ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 17:15

Үҙебеҙҙә етештерелгәненә етмәй

Ҡалабыҙҙағы һыра заводы - рентабелле эшләгән предприятиеларҙың береһе. Заводта заманында алкоголһеҙ эсемлектәр, минераль һыу һәм перәник бешереү цехы булған. Бөгөн иһә унда заманса икмәк бешереү цехы асылған.Заводҡа нигеҙ һалынған осорҙан тиерлек технолог вазифаһында Галина Мозгунова эшләй.

Ҡалабыҙҙағы һыра заводы - рентабелле эшләгән предприятиеларҙың береһе. Заводта заманында алкоголһеҙ эсемлектәр, минераль һыу һәм перәник бешереү цехы булған. Бөгөн иһә унда заманса икмәк бешереү цехы асылған.
Заводҡа нигеҙ һалынған осорҙан тиерлек технолог вазифаһында Галина Мозгунова эшләй. Предприятиеға ул Тамбов өлкәһендәге Мичурин технология техникумын тамамлағас та килә. 1981 йылда штат киңәйтелгәс, мастер вазифаһын йөкмәтәләр. Һөнәр нескәлектәренә өйрәткән остаздарҙан уңа Галина Викторовна, хәҙер үҙенең дә тиҫтәгә яҡын уҡыусыһы бар. “Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә эшсенең тәжрибәһе, иғтибарлылығы, яуаплылығы ҙур роль уйнай. Саҡ ҡына ҡарап өлгөрмәнеңме, күбекле эсемлек һин теләгән сифатын юғалта”, - ти ул. Һыра цехында Галина Мозгунова менән бергә тиҫтә йылдар буйы һөнәрен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр ҙур бер ғаилә булып эшләй. Вера Масютинаның 15 йылдан ашыу стажы бар, Наталья Соснина, Вера Сәитбатталованыҡы саҡ ҡына ҡайтышыраҡ. Светлана Горина ла 1997 йылдан предприятиела производство начальнигы йөгөн тарта.
Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған тәжрибәле коллективтың эше һәр ваҡыт һөҙөмтәле. Технологиялар һәр ваҡыт камиллаштырыла, ә рецепт сере элеккесә ҡала - бында тере һыра ғына ҡайнаталар. Мәскәү фән һәм тикшеренеү институты етештергән махсус һыра сүпрәһе, юғары сифатлы ҡомалаҡ, ҡур файҙаланыла. Шуға ла был эсемлек Башҡортостан һәм яҡын-тирә өлкәләрҙә һорау менән файҙалана.
Предприятиеның икенсе йортҡа әйләнеүен хеҙмәт хаҡы яҡшы түләнеүе, завод иҫәбенә ял йорттарына ебәреүҙәре, коллективтағы ихлас мөнәсәбәт менән аңлатырға була. Етәксе Ирек Ғәббәсов хеҙмәт ветерандарына ла, эшкә килгән йәш белгестәргә лә бик иғтибарлы.
Фото архивтан.
Читайте нас: