Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
Халыҡ һаулығы - дәүләт байлығы.Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған.
Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана.
Һау кешегә көн дә байрам.
Һаулығың - байлығың.
Һәр дарыу самаһынан уҙһа - ағыу.
Тән ауырыһа, йән ҡурҡа.
Тәне һауҙың йәне һау.
Тир менән сир сыға.
Самалы ашаған һау булыр.
Саф һауа - тәнгә дауа.
Сир аяҡ аҫтында.
Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан.
Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә.
Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле.
Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ.
Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен
белмәҫһең.
Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.
Оҙаҡ ауырыу йән ала.
Кешенең дарыуы - кеше.
Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын
тимә.
Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр,
Дарыу көсәйһә, малыңды алыр.
Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ.
Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел.
Байлыҡ башы - һаулыҡ.
Байлыҡ - бер айлыҡ, һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
Байлыҡтың алды - тән һаулыҡ.
Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.