Укроп үләне баш мейеһе ҡан тамырҙарына бына тигән, бигерәк тә оло кешеләр өсөн. Бындай бальзам инсульт ауырыуына ла ҡаршы тора ала. 10 аш ҡалағы укроп орлоғона 0,75 литр кагор һалып, һүрән утта "һыулы мунсала" 15 минут ҡайнаталар. Төнәтмәне бер аҙна ҡараңғы урында тотас, һөҙәләр. Уны йоҡлар алдынан 30 миллилитр эсһәң, артериаль ҡан баҫымы нормалләшә. Йылына 3-4 курс яһап алыу етә.