Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:25

Балалар хоҡуғы яҡланды

Мәләүез прокуратураһы әсәлек капиталына һатып алынған торлаҡҡа балалар хоҡуғын суд тәртибендә яҡланы.

Мәләүез прокуратураһы әсәлек капиталына һатып алынған торлаҡҡа балалар хоҡуғын суд тәртибендә яҡланы.
Судҡа мөрәжәғәт итергә прокурор тикшереүе булышлыҡ итте. Ҡатын 2011 йылда дәүләт ярҙамы менән фатир һатып алған. Законға ярашлы, ул балаларының мөлкәткә хоҡуғын теркәргә тейеш ине. Был опека һәм попечителлек органдарына балиғ булмағандарҙың торлаҡ шарттары насарайыуға юл ҡуйылған осраҡта тикшереү үткәргән ваҡытта кәрәк. Әммә ҡатын ҡанун талабын инҡар иткән: балаларын торлаҡҡа хоҡуҡһыҙ ҡалдырып, фатирын һатҡан.
Һөҙөмтәлә прокуратура һатыу-алыу килешеүенең дөрөҫ түгеллеген таныу өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. Прокурор талабы ҡәнәғәтләндерелде - балаларға тейешле өлөш бүленде.
Рита ӘХМӘТДИНОВА, район-ара прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: