Аптраҡ ауылы халҡы бөгөнгө үҙгәрештәрҙе һөйөнөп ҡаршы алды. М. Бакиров урамына асфальт түшәлде. С. Мәсәғүтов урамында ла капиталь ремонт бара. Күптән күтәрелгән юл проблемаһының хәл ителеше ауылдың яҡты киләсәгенә ышаныс тыуҙыра, шулай уҡ йәштәрҙә лә ауылда төпләнеп, донъя көтөү теләге уята, сөнки мөмкинлектәр арта.