Районда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында ауыл биләмәләре төҙөкләндерелеүе дауам итә. Халыҡтың балалар майҙансыҡтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәлдәр, стелалар төҙөүгә, булғандарын ремонтлауға етди иғтибар бүлеүе айырыуса ҡыуаныслы.
Апас ауылы ла ошо республика программаһында ҡатнашып, фашист илбаҫарҙарын еңгән ҡаһарман яҡташтары хөрмәтенә обелисклы булды. Быға тиклем тораҡ пунктта яугирҙәрҙе иҫкә алыу урыны юҡ ине. Шуға күрә проектта ҡатнашырға тигән хәбәрҙе апастар дәррәү күтәреп ала. Ауыл биләмәһе депутаты, староста Гөләмзә Шәрипова билдәләүенсә, халыҡ бер ауырлыҡһыҙ ғына тейешле сумманы йыйып тапшырған. Апас ҙур түгел: 36 йорттоң 18-ендә генә кеше йәшәй. Тамырҙары ошо ауылдан сыҡҡандар ҙа был изге эштән ситтә ҡалмаған. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. Мәскәүҙән дә аҡса күсереүселәр бар.
1941-1945 йылғы дәһшәтле осорҙа ауылдан алтмышҡа яҡын ир-егет фронтҡа оҙатыла. Уларҙың барыһының да исеме мемориалға сүкеп яҙылған. Шулай уҡ унда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда хеҙмәт иткәндәрҙең исем-шәрифе урын алған. Хәтер көнө айҡанлы ойошторолған митингыла һуғыш һәм тыл ветерандарының балалары яҡындарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов обелиск төҙөүҙә ҡатнашҡандарға, инициатива төркөмөнә рәхмәт белдерҙе. Римма Яхина, Зөлфиә Абсаликова һәйкәлдең ауылға йәм өҫтәүен, йәш быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Апастар республика программаһында тағы ҡатнашырға ниәтләй. Сираттағыһында балалар спорт майҙансығын төҙөргә уйлайҙар. Үткәнен онотмай, йәш быуынды хәстәрләп йәшәй улар. Тимәк, ауылдың киләсәге бар.