- Төп законға индереләсәк төҙәтмәләр хаҡында кире фекерҙәр ҙә ишетергә тура килә, әммә мин улар менән килешмәйем. Ил етәксеһе халыҡтың көнкүрешен насар яҡҡа үҙгәртеү яҡлы түгел. Төҙәтмәләр кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға ғына йүнәлтелгән. Улар араһында иң мөһиме тип пенсияны индексациялауға ҡағылышлыһы тип һанайым, сөнки оло йәштәге һәр кем үҙен хөкүмәт тарафынан яҡлаулы итеп тойорға тейеш.