25 июндә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Был көндә райондың 58 тауыш биреү участкаһы асылды. Уларҙың барыһы ла, санитар-эпидемиология талаптарына ярашлы, хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителгән.
Комиссия ағзалары граждандарҙы урында ҡабул итеүҙән тыш, төрлө сәбәптәр менән тауыш биреү участкаһына килә алмағандарҙың ғаризалары буйынса өйҙәр буйлап йөрөнө.
Илдең төп законы Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса эш 1 июлгә тиклем дауам итә.
1 июль - Берҙәм Рәсәй тауыш биреү көнөндә һәр кемде үҙ гражданлыҡ бурысын атҡарырға саҡырабыҙ.
Территориаль һайлау комиссияһы.