Ауылдарға сыҡҡанда, баҫмабыҙҙы алдырыусылар менән осрашып һөйләшеү, әңгәмәләшеү мәлендә: “Ниндәй егәрле халыҡ йәшәй беҙҙә!” - тип һоҡланып ҡайтабыҙ.
Корнеевка почта бүлексәһендә Нәсимә Бикҡолова менән бер туған килене Флүрә Йәмилеваны осраттыҡ. Совхоз осоронда хисапсы булып эшләгән апайҙар әле хаҡлы ялда. “Ашҡаҙар” хужалығы етәкселеге уларҙы онотмаған, быйыл, мәҫәлән, “Көнгәк”кә яҙҙырған, почтаға баҫма артынан килеүҙәре, шуға ла гәзит аша Илдус Хәлитовҡа рәхмәт белдерҙеләр. Апайҙар гәзит битендә бәхет, хөрмәт, уңыш килтергән хеҙмәт кешеләре тураһында мәҡәләләр уҡырға яратыуын әйтте.
Йәмилевтар - үҙҙәре лә районда данлыҡлы механизаторҙар династияһынан. Атайҙары Ғилметдин Йәмилев - республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ленин һәм Хеҙмәт даны ордендары кавалеры булған. Хәҙер Корнеевкала үҙәк урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Йәшләй уның ғүмере өҙөлгәс, әсәләре Наилә Заһретдин ҡыҙы, 10 баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтырып, һәммәһенә юғары белем биргән.
Нәсимә апайҙың тормош иптәше Барый Вәли улы ла республиканың атҡаҙанған механизаторы, күп дәүләт наградаларына лайыҡ булған, Флүрә Ишмөхәмәт ҡыҙының ире, 44 йыл эш стажлы механизатор Тәхәүетдин Йәмилевтың күкрәген Дан һәм Хеҙмәт даны ордендары биҙәй. Былтыр Мәләүез ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем бирелгән.