Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Баҫмаға яҙылып өлгөрмәгәндәргә 15 июлгә тиклем “Көнгәк” гәзитенә 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу дауам итә. Тәүге һандарын редакциянан бушлай килеп алырһығыҙ. Артыҡ ҙур түгел, әммә көнкүрештә кәрәкле бүләктәр ҙә һеҙҙе көтә.
Ә алдан яҙылғандар араһында суперприздар уйнатылды. Биш бәхетле отоусыларҙың береһе - Таңһылыу Батталова. Ул башҡорт теле серҙәрен балаларға өйрәтә, шул телгә, милләткә тоғролоғо, ихласлығы еңгәндер.
- «Көнгәк» гәзитен йыл да алдырам. Унда сыҡҡан хикәйәләр, районыбыҙҙың күренекле кешеләре тураһындағы мәҡәләләрҙе бик яратып уҡыйым. Файҙалы кәңәштәр, йондоҙнамә рубрикалары оҡшай. Уҡытыусы булараҡ, гәзитебеҙҙә балаларға әкиәт, көләмәстәр даими баҫтырылһын ине тигән теләгем бар. «Көнгәк» гәзитенә яҙылып, бүләккә тауыҡ себештәре отоп бик ҡыуандым. Хөрмәтле яҡташтар, киләсәктә лә яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, Алла бирһә, бүләк тә оторбоҙ!
Күп йылдар яҙылыуына ҡарамаҫтан, тәүге тапҡыр отҡан тоғро уҡыусыбыҙ Таңһылыу Зиннәт ҡыҙынан өлгө алығыҙ.