Республикабыҙ өсөн мөһим объектты 2,37 гектар майҙандағы участкала төҙөйәсәктәр. Ул баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында, урынлашҡан. Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү. Проект буйынса ул өс корпустан торасаҡ: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хакимиәт-медицина блогы. Объект 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн – 40, кесе йәштәге пациенттар өсөн 20 урын ҡаралған. Һәр блокта ял урындарын булдырыу планлаштырыла. Балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.