Коронавирустың исеме генә яңғырауыҡлы, матур, ғәмәлдә, бик ауыр сир. Ҡан тамырҙарын, үпкәне зарарлай һәм кеше тын ала алмай. Ул тиҙ таралыуы, оҙаҡ һаҡланыуы менән бик ҡурҡыныс. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 27 июлгә республикала бер тәүлектә тағы 36 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 607-гә еткән. 1536 пациент - амбулатория шарттарында, 204-е стационарҙа дауалана. 35 кеше - ауыр хәлдә. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар теркәлмәгән, уларҙың дөйөм һаны 22-гә еткән.Ведомство мәғлүмәте буйынса, яңы коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республикала 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
Һаҡлыҡ сараларын күҙәтегеҙ:бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған вирус ҡорбанын эш, ял урындарында, транспортта, магзиндарҙа, хатта үҙ йортоңа ингән ишек тотҡаларында, яндауырҙа - бөтә ерҙә һағалауы ихтимал.