Роспотребнадзор идаралығы билдәләүенсә, республикала үҙизоляциянан сығыуҙың икенсе этабы ҡарала. Ләкин йәмәғәт урындарында һаҡлыҡ сараларын инҡар итергә ярамай: 1,5-2 метр араны күҙәтеү, битлек кейеү, ҡулға бирсәткә кейеү йә махсус шыйыҡса менән эшкәртеү талабы ҡала әле. Шулай уҡ күҙгә, ауыҙ-танауға йыуылмаған ҡул менән ҡағылыу хәүефле. Вирус шаярмай, уның мәкерлелеге тураһында мәғлүмәт етерлек, эҙемтәләре ҡурҡыныс. Шуға күрә хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.