Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Ғүмерен диңгеҙ менән бәйләгән, моряк исемен ғорур йөрөткән, хәрби хеҙмәтен икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ киңлектәрендә үтәгән илһөйәрҙәр байрамы ул.
Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, илебеҙҙе һаҡларға йән атып торған ҡыйыу яҡташтарыбыҙ байтаҡ.
Быйыл коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы хәл сәбәпле, күмәк кеше ҡатнашлығында саралар уҙғарыу тыйылды. Шуға күрә диңгеҙселәр көнө башҡа йылдарҙыҡынан бер аҙ айырылып торҙо. Байрам сараһында район етәкселеге, ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында Мәңгелек ут һәйкәленә сәскәләр һалынды, Бөйөк Ватан һуғышында, төрлө йылдарҙа хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтар иҫкә алынды.