Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2020, 12:56

Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы

Башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 140 йыл. Ул бөтә жанрҙарҙа эшләп, ижад күгендә һүнмәҫ йондоҙ кеүек бөгөн дә балҡыған сағыу ҡомартҡылар ҡалдырҙы. Әҙәбиәтселәрҙең инде нисә быуынына ул алмаштырғыһыҙ остаз, кешеләргә мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылын асып, аҙашҡандарға юл күрһәтеүсе.

Башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури тыуыуына - 140 йыл. Ул бөтә жанрҙарҙа эшләп, ижад күгендә һүнмәҫ йондоҙ кеүек бөгөн дә балҡыған сағыу ҡомартҡылар ҡалдырҙы. Әҙәбиәтселәрҙең инде нисә быуынына ул - алмаштырғыһыҙ остаз, кешеләргә мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылын асып, аҙашҡандарға юл күрһәтеүсе.
Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғәфүров (тулы исеме) 1880 йылдың 2 авгусында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Елемҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштән үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер аҙҙан һуң Елемҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡып белем ала. 1898 йылда Троицк ҡалаһына барып, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә инә.
М. Ғафури XX быуаттың баштарында ижад эше менән шөғөлләнә башлай. Мәғрифәтселек, алдынғы идеялар менән һуғарылған романтик стилдәге шиғырҙары һәм поэмалары, реализм менән һуғарылған прозаһы менән бергә, ул балалар әҙәбиәте өлкәһендә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте, мәҫәл жанрына нигеҙ һалды, тәнҡит һәм үткер публицистика өлкәһендә даими эшләне. Ижады менән үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйҙы. Уның әҫәрҙәрен уҡыған һайын уҡығы килә, күптәр уларҙы яттан белә.
1934 йылдың 28 октябрендә бөйөк әҙиптең йөрәге туҡтай - күптәнге үпкә ауырыуы уны алып китә. Ижад итәһе әҫәрҙәре, әйтеләһе һүҙҙәре ҡалғандыр, әлбиттә…
Читайте нас: