ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
6 Август 2020, 13:55

Баллы тормош

Бәләкәйҙән атайымдың махсус битлек, халат кейеп умарта ҡортон ҡарауын, бал айыртыуын күреп үҫкәнгә, балға, умартасыларға битараф ҡала алмайым. Яңыраҡ был һөнәргә бар күңелен биргән яҡташыбыҙ Әхмәт Мостафин менән танышырға насип булды.Муллағол ауылы яғынан уҙғанда, юлдан ситтәрәк кенә урынлашҡан йортҡа йыш күҙ һалып үтә торғайныҡ. Баҡтиһәң, Флүрә апай менән Әхмәт ағай нефтселәрҙең элекке промбазаһы бинаһын һатып алып, хаҡлы ялға сыҡҡас, умартасылыҡ эшенә тотонған, сәхрәлә көн итә. Милли көрәш буйынса спортсы, Ергән спорт комплексын 20 йыл етәкләгән, аҙаҡ 10 йыл Аптраҡ мәктәбендә уҡытҡан педагог, китап-журналдар аҡтарып, Интернеттан мәғлүмәт туплап, бар күңелен ошо эшкә һала.“Ҡарай белһәң, саҡмайҙар”Яҡын-тирәлә умартасылыҡ менән етди шөғөлләнгәндәр тик улар ғына: 100-ҙән ашыу күсе бар. Башта ағас, аҙаҡ пенаполиуритандан умарта эшләргә өйрәнәләр. (Республикала тик улар ғына заманса умарта төрөн эшләп һатыусылар, дөрөҫ, ҡасандыр Мораҡта ла кемдер был шөғөлдө үҙ иткән, әммә һуңынан ташлағандар.) Уны, беренсенән, бер урындан икенсе урынға күсереп йөрөтөүе еңел, икенсенән, ҡапҡасын асҡас, ағас рамдар өҫтөндә элеккесә мендәр һәм башҡа сепрәк-сапраҡ һалыу ихтыяжы юҡ. Себерҙә эшләгән улы Рөстәм ныҡышмалылыҡ күрһәтә. Мәләүездә эшләгән Батыр улы ла, ейәндәре Руслан менән Давид та - олатаһы эргәһендә ҙур ярҙамсы. Умарталар алдына тоҙло ла, сөсө лә һыу ҡойоуҙан ҡурҡмай малайҙар.“Ҡарай белһәң, саҡмайҙар бит улар. Мин уларҙы бына ошолай - ҡыҫҡа еңле күлмәк, битлекһеҙ-ниһеҙ ҡарайым. Ә ҡорт йыйыу өсөн тубал эсенә “Апирой” тигән махсус крем һөртөп ҡуям, айырғанда шуның еҫенә алданып эсенә инеп тулалар. Һарыған ҡорттарҙы ваҡытында йыйып алыу ғына кәрәк”, - ти Әхмәт Барый улы.

Бәләкәйҙән атайымдың махсус битлек, халат кейеп умарта ҡортон ҡарауын, бал айыртыуын күреп үҫкәнгә, балға, умартасыларға битараф ҡала алмайым. Яңыраҡ был һөнәргә бар күңелен биргән яҡташыбыҙ Әхмәт Мостафин менән танышырға насип булды.
Муллағол ауылы яғынан уҙғанда, юлдан ситтәрәк кенә урынлашҡан йортҡа йыш күҙ һалып үтә торғайныҡ. Баҡтиһәң, Флүрә апай менән Әхмәт ағай нефтселәрҙең элекке промбазаһы бинаһын һатып алып, хаҡлы ялға сыҡҡас, умартасылыҡ эшенә тотонған, сәхрәлә көн итә. Милли көрәш буйынса спортсы, Ергән спорт комплексын 20 йыл етәкләгән, аҙаҡ 10 йыл Аптраҡ мәктәбендә уҡытҡан педагог, китап-журналдар аҡтарып, Интернеттан мәғлүмәт туплап, бар күңелен ошо эшкә һала.
“Ҡарай белһәң, саҡмайҙар”
Яҡын-тирәлә умартасылыҡ менән етди шөғөлләнгәндәр тик улар ғына: 100-ҙән ашыу күсе бар. Башта ағас, аҙаҡ пенаполиуритандан умарта эшләргә өйрәнәләр. (Республикала тик улар ғына заманса умарта төрөн эшләп һатыусылар, дөрөҫ, ҡасандыр Мораҡта ла кемдер был шөғөлдө үҙ иткән, әммә һуңынан ташлағандар.) Уны, беренсенән, бер урындан икенсе урынға күсереп йөрөтөүе еңел, икенсенән, ҡапҡасын асҡас, ағас рамдар өҫтөндә элеккесә мендәр һәм башҡа сепрәк-сапраҡ һалыу ихтыяжы юҡ. Себерҙә эшләгән улы Рөстәм ныҡышмалылыҡ күрһәтә. Мәләүездә эшләгән Батыр улы ла, ейәндәре Руслан менән Давид та - олатаһы эргәһендә ҙур ярҙамсы. Умарталар алдына тоҙло ла, сөсө лә һыу ҡойоуҙан ҡурҡмай малайҙар.“Ҡарай белһәң, саҡмайҙар бит улар. Мин уларҙы бына ошолай - ҡыҫҡа еңле күлмәк, битлекһеҙ-ниһеҙ ҡарайым. Ә ҡорт йыйыу өсөн тубал эсенә “Апирой” тигән махсус крем һөртөп ҡуям, айырғанда шуның еҫенә алданып эсенә инеп тулалар. Һарыған ҡорттарҙы ваҡытында йыйып алыу ғына кәрәк”, - ти Әхмәт Барый улы.
Әйтеүе генә еңел
Ҡорт аҫрарға йыйынған кешегә ҙур эштәр башҡарырға тура килә. Ҡышҡылыҡҡа урынлаштырырға баҙы ла кәрәк. Иң ауыртҡан көнүҙәк мәсьәлә - аграрийҙарҙың яландарҙы ҡоротҡостан ағыулауы. Матбуғат биттәрендә сыҡҡан иғландарҙы ҡарап, ваҡытында ҡортсо Хлебодаровка яғына күсте алып сығып өлгөрә.
Үҙенең нескәлектәре күп
Мостафиндар “карпатка”,“среднерусский” нәҫелле ҡортүрсетә. Үҙҙәренсә “нескә билдәр” сирләйҙәр ҙә, варатоз тигән ауырыуҙан бер-ике мәртәбә эшкәртергә тура килә икән. Дөрөҫ, умартасының балдан уңыш алыу-алмауы һауа торошона ла ныҡ бәйле. Үҙенең күҙәтеүҙәрен яҙып барып, Әхмәт Барый улы йүкәнең сәскә атыу осорон ваҡытында билдәләүгә өлгәшкән. 2015 йылда Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөндә Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләнә.
Читайте нас: