ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
13 Август 2020, 15:26

Әйлән-бәйлән – тарихи йола

Был фестивалде онлайн-форматта “Сатурн” телекомпанияһы, ютуб-канал аша ҡарарға мөмкин.

Воскресенск ауылында “Воскресенский хоровод” тип аталған славяндар культуралары фестивале үтте. Уникаль проект сиктәрендә күренекле “Урыҫ туҡмасы байрамы”, фольклор программалары конкурстары, биҙәү-ҡулланма ижад, концерт ҡаралған. “Хоровод”ҡа Воскресенск ауылы тарихы менән тығыҙ бәйле Александровка, Васильевка, Дарьино ауылдары вәкилдәре килә. Фестивалгә махсус саҡырылған ҡунаҡтар: мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин, “Мәҙәни-ял үҙәге” директоры Булат Биков, Воскресенск ауыл биләмәһе башлығы Сергей Кувайцев һәм “Радуга” өлгөлө бейеүҙәр ансамбле (етәксеһе Ләйсән Йәмилева), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән йыйылған фольклор коллективы ҡатнашты.
Сара башында урындағы мәҙәниәт ойоштороусыһы Наталья Смирнова күргәҙмә-экспозиция залында Воскресенск ауылы тарихы менән таныштырҙы, әйткәндәй, уға быйыл 275 йыл, 18-19 быуаттарҙа ҡулланылған йорт, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән таныштырҙы, баҡыр иретеү заводы хужаһы барин Пашков тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Сарала ҡатнашыусылар, тау башында ҡаҙан аҫып, аш бешерҙе, йырланы, бейене, аккомпаниаторҙар Иван Кузьмич, Иван Шалев өҙҙөрөп баянда уйнаны. Төрлө сәскәнән таж үреү йолаһы уҙғарылы. Һәр гөл айырым бер мәғәнәгә эйә.
Был фестивалде онлайн-форматта “Сатурн” телекомпанияһы, ютуб-канал аша ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: