Вера Кувайцева күптәргә таныш, сөнки уның хеҙмәт юлы башлыса халыҡ менән эшләүгә ҡоролған. Кешеләр, ғәҙәттә, эскерһеҙ, асыҡ күңеллеләр янына тартыла. Вера Михайловна тәбиғәте менән кешелекле, изгелекле. Дөйөм ҡырҡ йыл хеҙмәт стажының ике тиҫтәнән ашыу йылын ул хеҙмәт һәм мәшғүллек системаһына бағышланы. Мин үҙем дә уның менән шул осорҙан таныш. Мөрәжәғәт иткән бер кеше лә иғтибарһыҙ ҡалманы, кәрәкле мәғлүмәт алды. Алмаштырғыһыҙ белгес һәр береһенә ихтирам менән аҡыллы кәңәшен бирҙе.
Уңышҡа бай, матур август айында Вера Кувайцева үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Үҙе әйтеүенсә, арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында тыуғандар һәр саҡ позитив, алдынғы ҡарашлы, ҡаршылыҡ, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫ. Вера Михайловна ла тормошта күп маҡсатына ирешкән ханым. Кешеләргә күрһәткән мәрхәмәтлеге, ярҙамы бөгөн рәхмәт булып ҡайта. Әйткәндәй, намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте район хакимиәте, РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан Маҡтау грамоталары, бихисап Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла, әүҙем, эшһөйәр, тормоштоң уртаһында ҡайнарға яратҡан хеҙмәт ветераны әле лә тик ултырмай. Уҙған йылдың апреленән район-ҡалабыҙҙа үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуға етди әҙерләнә: төрлө структураларға хаттар ебәрә, яңы тораҡ йорттарҙы асыҡлай, урындағы халыҡ иҫәбен күҙаллай, мәғлүмәт туплау эшен алып барырға теләгәндәр менән осраша, кешеләрҙе ҡабул итә. Күпме ҡабатлаһаҡ та, йәмғиәт тормошона үҙгәреш индергән коронавирусты һыҙып ташлап булмай, бында ла ул эҙһеҙ үтмәне. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу икенсе йылдың апреленә күсерелде.
Быға бәйле әҙерлек эшен тағы ла ентеклерәк үткәреү ҡарала. Яңы төҙөлгән йорттар теркәләсәк, граждандар теҙмәһе яңы тыуған сабыйҙар менән тулыланасаҡ, йәниҫәптә ҡатнашырға теләүселәр менән осрашыуҙар уҙасаҡ.
Вера Кувайцеваның йөкмәтелгән бурыстарҙы юғары кимәлдә атҡарып сығырына шик юҡ. Киләсәктә лә уны көс-ғәйрәте, алға ынтылышы ташламаһын, йәштәргә үрнәк күрһәтеп, белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлашып йәшәһен.