Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
18 Август 2020, 19:20

Һарыҡты кем ашаған?

“Һарыҡты кем ашаған?” Беҙ уҡығанда уҡ ҡанатлы һүҙҙәр иҫәбенә ингән, халыҡ араһында киң ҡулланған был кәлимә һүҙ бик тәрән мәғәнәгә эйә һәм бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. “Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан: Һәр ҡайҙа хурлыҡ күрер меҫкен ҡуян. Зарарлы бәндә булып күренерһең, Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян”. Эйе, беҙҙең заманда ла бүре ише күҙгә ҡарап аҡты ҡара тиеүселәр, нахаҡ һөйләп, башҡалар башынан йөрөүселәр етерлек.

Мәжит Ғафури тыуыуына – 140 йыл. Башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙен тәшкил итә. XX быуат баштарында ижад эше менән шөғөлләнә башлаған әҙип бөтә жанрҙарҙа ла уңышҡа өлгәште. Был осорҙа ижад ителгән “Себер тимер юлы”, “Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле”, “Ғилем”, “Йәш ғүмер” кеүек гуманизм менән һуғарылған, аң-белемгә саҡырған, өгөт-нәсихәтле дидактик шиғырҙары инде һәр кеше күңеленә яҡын. Революцияға тиклем “Ваҡыт етте”, “Шатлыҡ йыры”, “Хөрриәт дәүерендә”, “Бай кеше” кеүек күтәренке көрәш рухындағы шиғырҙар яҙҙы. Халыҡты азат итмәй тороп, милли азатлыҡҡа ирешеп булмаясағын аңлатырға тырыша ул. Империалистик һуғыш йылдарында шағир был һуғыштың кемдәр файҙаһына булыуын аңлап, “донъяның ҡанға батырылыуына”, “тол ҡатындарҙың, үкһеҙҙәрҙең, хәйерсе, ғәриптәрҙең ҡыҙғаныс донъяһы эсендә кешенең тапалып ҡалыуына”, һуғышҡа ҡаршы шиғырҙар яҙа.
Егерменсе йылдарҙа проза жанрына ҙур иғтибар бирә. “Фәҡирлек менән үткән тереклек”, “Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ”, “Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын”, “Үгәй балалар”, “Онотолған енәйәт”, “Һалдат ҡатыны Хәмиҙә” кеүек реалистик хикәйәләрен революцияға тиклем дә ижад итһә, һуңғы йылдарҙа тәрән эпик дөйөмләштереүҙәр, тулы художество образдар менән халыҡ тормошон киңерәк яҡтыртырға тырыша. Айырыуса тәрән хис-тойғо менән һуғарылған “Ҡара йөҙҙәр”, “Шағирҙың алтын приискыһында”, “Тормош баҫҡыстары” повестары ябай уҡыусыны тетрәндереп, күҙ йәшен түктерһә, башҡорт прозаһын үҫтереүҙә лә әһәмиәтле роль уйнаны.
Мәжит Ғафуриҙың ижады менән олоһо ла, кесеһе лә таныш, тип уйлайым, ә уҡымағандар, һис шикһеҙ, уҡырға тейеш. Ул мәңгелек ҡиммәттәрҙең, йәшәйештең асылын асып, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә. Уның үлемһеҙ әҫәрҙәре - һәр быуын өсөн хаҡ юл күрһәткән яҡты маяҡ.
Дәүләт Дауытов.
Читайте нас: