ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
18 Август 2020, 19:03

Тарихта иң ҡыйыу осоусы

Муса Гәрәев исемен белмәгәндәр юҡтыр ул беҙҙең илдә, уның яҡты образы – халыҡ хәтерендә. Совет осоронда малай саҡтан уҡ күк йөҙөн ҡыйғыр ҡоштай айҡаған осоусының ҡаһарманлыҡтарына һоҡланып үҫкән ир-егеттәр тере тарих менән осрашырға хыялланһа, бөгөн дә шул быуын балалары, инде атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр, улдарын, ейәндәрен ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы өлгөһөндә тәрбиәләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу хәрби осош яһап, дошман илбаҫарҙарын ҡыйратҡан легендар шәхес исеме ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Муса Гәрәевтың тормош юлын белеү өсөн “Штурмовиктар һөжүмгә бара” (“Штурмовики идут на цель”) тигән иҫтәлектәр китабын уҡыу ҙа етә. Осоусы тәүге батырлыҡтарын яһағанда 23 йәш тә тулмаған була. Хәрби аваиация мәктәбен тамамлап, 1942 йылда фронтҡа оҙатылған егет беренсе көндән үк ИЛ самолетында осоу оҫталығы, ҡыйыулығы менән таң ҡалдыра. Ике йылдан гвардия командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Муса Гәрәевтың тере легендаға әйләнеүе осраҡлы түгел. Уның батырлығын бер кем дә ҡабатлай алмай. Тап Муса Ғайса улы ғына бер көндә Советтар Союзының дүрт юғары наградаһы менән бүләкләнә. Тар-мар итеү мәлен фотоға төшөрөү бурысы ла уға йөкмәтелә, ул киләсәк быуын өсөн баһалап бөткөһөҙ тарихи мәлдәрҙе мәңгеләштерә. Сержант званиеһында яуға ингән егет Еңеү көнөн майор булып ҡаршы ала. 1945 йылдың 24 июнендә уға Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу насип була.
Герой фронттан ҡайтҡас та, лайыҡлы тормош юлы үтә: 24 йыл буйы хәрби хеҙмәт итә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1946, 1950, 1954 йылдарҙа Муса Гәрәев СССР Юғары Советының II, III һәм IV саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Муса Ғайса улы тормош юлдашын да фронт һыҙығынан алып ҡайта. Галя Мигунова утлы йылдарҙа летчиктың айырылмаҫ ҡанатына әйләнә. Хәрби хеҙмәткә һөйөү уларҙың балаларына ла күсә.
1987 йылдың 17 сентябрендә вафат булған илебеҙҙең легендар геройы Өфөнөң Еңеү паркында ерләнә. Данлыҡлы улының иҫтәлеген республика халҡы ҡәҙерләп һаҡлай.
Һауа һуғыштарында оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән дан ҡаҙана.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945)
Ике «Алтын Йондоҙ» миҙалы (23.02.1945; 19.04.1945)
Ике Ленин ордены (1945)
Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.08.1943, 23.02.1944; 02.11.1944)
III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (02.03.1945)
Александр Невский ордены (14.07.1944)
Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (02.04.1945, 06.04.1985)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1955, 1956)
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (30.07.1943)
«За боевые заслуги» миҙалы (1951)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
Башҡа миҙалдар, шул иҫәптән сит ил наградалары
Хәтер
Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубына, 2‑се Өфө автомобиль мәктәбенә, Өфө башланғыс осоусылар әҙерләү буйынса мәктәп‑интернатҡа, Илеш районының Бишҡурай урта мәктәбенә, теплоходҡа Муса Гәрәев исеме бирелгән.
Өфөнөң Дан бульварында Муса Гәрәевҡа һәйкәл, 1989 йылда ул йәшәгән йортҡа (Ш. Хоҙайбирҙин урамы, 4) һәм РОСТО бинаһына (Дан бульвары, 6) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Затон биҫтәһендәге аллея уның исемен йөрөтә
Өфөлә йыл һайын Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла.
Илеш районы Үрге Йәркәй ауылына һәйкәл ҡуйылған, ә 1992 йылда Муса Гәрәев музейы асылған[
1947 йылда Н. В. Томский тарафынан Гәрәевтең базальттан яһалған скульптура портретының варианты Мәскәүҙәге Третьяков галереяһында һаҡлана.
Илеш районы Ташшишмә ауылында Муса Гәрәев йорт-музейы эшләй.
Читайте нас: