Ваҡыт саптарында һис кенә лә алдынғылыҡты бирмәгән районыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген барлаған көндәрҙә күңелемдә - ғорурлыҡ, сөнки 90 йыл ул олпат, аҡылллы уҙаман ғүмеренә тиңдәш оло, данлы осор.
“Ҡулдар хәтере” поэмаһынан өҙөк. Булат Рафиҡов.
Әлеге башаҡсылар – Наилә менән
Ғилметдин бит. Береһе – мин үҙем.
Ризыҡ йыйыусыны ҡасаҡтар ҙа,
Бүреләр ҙә күпме баҫтырҙы!
Күптән инде тупраҡ булған ҡамыл
Сыя һымаҡ һаман балтырҙы.
Усмаларҙы әйтеп һалыр инек:
Был - өйрәлек, быныһы – бутҡалыҡ...
Тик тоҡсайҙа йәшәү менән йәнәш
Үлем ятҡан беҙгә тоҫҡалып.
Һыу ҙа үтмәй тамаҡтан, тип ауыл
Һуңлап иҫкәрттеләр плакаттар:
“Һаҡланығыҙ яҙғы башаҡтан!”
Лазаретҡа әүерелде мәктәп:
Ашау бушлай, халат, дарыуҙар...
Тик иҫәндәр һис тә бушаманы
Бер туҡтауһыҙ ҡәбер ҡаҙыуҙан.
Һөйөнгәндер үлем: буш ҡулдарҙы
Күтәрергә ваҡыт бик ҡулай...
Төшкә һаман инеп сыҡҡылай.
Иҫәпләнем: миңә ун тулмаған,
Нәйлә, Ғилмеш булған ун биштә.
Зыяратта шул яҙ теҙелешкән
Ҡәберҙәрҙең һаны ун тиҫтә.
Тағы үткән көндәремә еләм
Тойғоларҙың ярһыу атында.
Барыһын да өр-яңыса күрәм
Үҙебеҙ сөйгән йондоҙ аҫтында.
Карап-юлдаш үтә баш осонан.
Беҙҙе ҡотлай бейек-бейектән
Яңы үрҙәр даулап, планетаның
Тартыу көсөн еңгән егеттәр.
Тартыу көсө. Күк есеме генә
Әҙер фекер, шәхси мәнфәғәттәр,
Ҡомһоҙ нәфсе теҙелер сиратҡа.
Тулҡындарға ҡаршы ынтыл – һине
Ебәрмәҫкә тырышыр иҫке яр...
...Ялҡынланды йәнә күҙ алдымда
Киң далала төнгө усаҡтар,
Яурын киреп баҫҡан йор саҡтар;
Завод төҙөп, сиҙәм ерҙәр һөрөп,
Палаткалар ҡорған замандар,
Ҡыуаҡтарҙа йүргәк елберҙәүе,
Сәңгелдәктәр аҫҡан тағандар...
Бергә башаҡ йыйған дуҫтарымды
Комбайнға Ғилмеш уҡып ҡайтты,
Шул көҙ улар шаулы туй уҙғарып,
Сәсте сәскә бергә бәйләне.
Күп күтәртте донъя уларға йөк,
“Һуҙ ҡулдарҙы бәпес һикерткәндә,
Байраҡ тотоп! Алма, туп тотоп!...”
Үтә торҙо йылдар – Нәйлә өсөн
Комбайндан саҡырып алыр ине
Өс һайғауға элгән сәңгелдәк.
Бер көн, шулай, ах-ох килеп етһә,
Ниҙер тойомлауҙан һиҫкәнеп –
Яңы ғына яңғыҙ ҡалған улы
Һары сәсле сибек ҡыҙыҡайҙы
Ҡулына алып, Наилә шаҡ ҡатты.
Уны ташлаусыны яуҙан ҡасҡан,
Көндөҙ боҫоп, төндә йорт-юл баҫҡан
Ҡасаҡтарға хәтерендә булған
Барлыҡ ҡәһәрҙәрҙе яуҙырҙы.
Бер күкрәген хәҙер улы имһә,
Икенсеһен ҡыҙға ҡалдырҙы.
Йылдар үтә торҙо, арта барҙы
Мәшәҡәттәр күмгәс, сараһыҙҙан,
Наилә килде шундай ҡарарға:
Ултыраҡ тормош кәрәк миңә, Ғилмеш, Бик ҙурайҙы беҙҙең әрмиә.
Ул да дәүләт эше – ғаилә ҡарау,
Шунан бирле Нәйлә йән аямай
Юҡҡамы ни “Герой-әсә” тигән
Миҙал балҡый бөгөн түшендә...