Район-ҡалала Рәсәй флагы көнөнә арналған төрлө саралар үтте. “Дебют” клубында шашка-шахмат буйынса турнир ойошторолдо. Унда 10 кеше ҡатнашты. Уйын көсөргәнешле темпта үтте. Һөҙөмтәлә Дмитрий Никитенко (Күмертау) 8 мәрәй йыйып, еңеүсе исемен яуланы. Икенсе урынды ағалы-ҡустылы Вадим һәм Тимур Корсаковтар яуланы. Өсөнсөгә Зөфәр Толомғужин сыҡты.
Мәләүез спорт әҙерлеге үҙәге “Химик” хоккей кортында стритбол буйынса уҙғарылған турнирҙа 7 команда ҡатнашты. Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән үҙәк тәрбиәләнеүселәре Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Иҫтәлекле дата айҡанлы район-ҡаланың башҡа өҫтәмә белем биреү учреждениеларында, ауыл биләмәләрендә лә төрлө саралар үтте.