Беҙҙең ауыл был сарала беренсегә генә сығыш яһамаһа ла, ауыл биләмәһе хакимиәтенән «Айыҡ ауыл-2020» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим булғас, бик тулҡынланып ҡабул иттек.
Һыртланда сәләмәт тормош алып барған, тырышып донъя көткән ғаиләләр бик күп. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү, уларҙы ауылдаштарға өлгө итеп ҡуйыу маҡсатында конкурс программаһына ярашлы саралар даими үткәрелә. Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеүгә бәйле бөгөнгө шарттарҙа күбеһе онлайн-форматта бара. Конкурсты ойошҡанлыҡ менән үткәреү, юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн унда төрлө йәштәгеләр саҡырыла. Ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәү, йәш быуынды башҡорт йолаларына ярашлы тәрбиәләү һәм насар ғәҙәт тәьҫиренән һаҡлау маҡсаты менән ойошторолған конкурстарға, байрамдарға“Ағинәйҙәр ҡоро”, ҡатын-ҡыҙҙар советы йәлеп ителде.
Күптән түгел «Яугир» ойошмаһы рәйесе Илһам Яҡупов балалар араһында әҙернәнән атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Осрашыу тарихыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, насар ғәҙәттәрҙән ситтә тороу маҡсаты менән уҙғарылды. Малайҙар, ҡыҙҙар ғына түгел, өлкәндәр араһында ла боронғо ата-олатайҙарыбыҙ шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныусылар табылыуы ҙур ҡыуаныс. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу ауылды нығыраҡ берләштерер, кимәлен күтәрер тигән өмөттә йәшәйбеҙ.