Участка һайлау комиссияһы секретарҙары өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. Унда комиссия эштәре номенклатураһы, алдан тауыш биреү, участка комиссияларының эш тәртибенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Улар 2-нән 10 сентябргәсә көндөҙгө 4-тән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Ошо осорҙа тауыш биреүселәр исемлек менән танышып, өйҙә тауыш бирергә ризалыҡ һорап, ғариза яҙа ала.