Район хакимиәтендә 4-се саҡырылыш депутаттарының ултырышы уҙҙы. Унда ҡала биләмәһе башлығы Фәнил Исҡужин, район етәкселеге, депутаттар ҡатнашты. Ултырыш барышында 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына бүленгән бюджет үтәлеше, ҡала биләмәһе Советының эшмәкәрлеге, дүрт йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барланды һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.