Ауыл биләмәләре башлыҡтарына был һорауҙы нисә тапҡыр бирһәң дә, улар үҙ хәлдәрен һөйләргә, башҡарған эштәрен күрһәтергә ашығып бармай. Ҡәҙимге тормош менән йәшәүҙәрен, ғәҙәти эштәр менән мәшғүл булыуҙарын ғына әйтә. Ауыл кешеһенә генә хас сифат был. Ә бит ул «ғәҙәти» һаналған эштәр артында егәрлелек, көндө төнгә ялғаған тырышлыҡ ята. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау, баҡса үҫтереү, бесән, утын, мал аҙығы хәстәрләү менән генә бөтмәй ундағы мәшәҡәт. «Ҙур өйгә ни кәрәк, бәләкәй өйгә лә шул кәрәк», тигәндәй, ауылдар ҙа хәҙер ҡаланан ҡалышмаҫҡа тырышып йәшәй. Үҙ биләмәһен тәртиптә тотоу, йәшәү өсөн шарттар, уңайлыҡтар тыуҙырыу кеүек мәсьәләләр ҙә ята улар иңендә.
Хәл-тороштарын белергә теләү маҡсатында барлығы ете ауылды үҙ эсенә алған Партизан ауыл биләмәһе башлығы Владимир ТОРГАШОВҡа мөрәжәғәт иттек. Белеүебеҙсә, биләмәлә башҡарылған эштәр байтаҡ.
Дарьино ауылының үҙәк урамына асфальт һалынған. Балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләү маҡсатында мәктәп янында тротуар эшләнгән.
Васильевкала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә һәйкәлгә капиталь ремонт яһаласаҡ.
Ивановка ауылында юлға таш түшәлгән, шул уҡ эш Романовкала ла планлаштырылған.
Биләмәләрҙә бөтәһе 14 сүп-сар майҙансығы булдырылған, уларға контейнерҙар урынлаштырылған. Был йүнәлештә эш киләсәктә лә дауам итәсәк, тип көтөлә.