Район-ҡала мәктәптәре ашханалары 2 сентябрҙән эш башланы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен бойомға ашырыу сиктәрендә башланғыс класс уҡыусылары эҫе аш менән бушлай тәьмин ителә. Мәғлүм булыуынса, балалар ял иткән ваҡытта ауыл мәктәптәре ашханаларына капиталь ремонт эшләнде, республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә тейешле ҡорамалдар, һауыт-һаба, йыһаздар алынды. Ойошмалар, эшҡыуарҙар ярҙамында һыу һәм канализация үткәреү буйынса ҙур төҙөкләндереү эше башҡарылды.
Мәғариф идаралығы технологы Гөлназ Әмирова билдәләүенсә, райондың бөтә мәктәптәрендә 1-4 кластар өсөн (7-11 йәштәгеләр) берҙәм меню ҡулланыла. Уларҙы эҫе аш менән “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте (И.Ғ. Фәйзуллин), “Арҡайым” йәмғиәте (З. Ғ. Шафиҡова) һәм эшҡыуар С. В. Бикташева тәьмин итә. Улар үҙ ваҡытында махсус кейем, дезинфекция сараларын, аҙыҡ-түлек, ҡорамалдар кеүек кәрәкле әйберҙәрҙе алды. Бөтә аҙыҡ-түлек блоктарында санитария ҡағиҙәләре үтәлә.