Ватан һуғышында һәләк булған
Бабайым – Ишбаев Ғәлийән.
Ул үлмәгән, уның рухы тере,
Һауаларҙан беҙгә ҡарайҙыр,
Бәлки талғын иҫкән елдәр булып
Тыуған яғын күреп урайҙыр.
Ғәлийәндең егермеһе тулған,
Йәш белгескә кәрәк трактор.
Председатель әйтә:”Ҡустым, һин көт,
Ә бер көндө МТС-ҡа китте,
Колхозға бит трактор бирәләр.
Йәш егеттең быға шатланғанын
Күреп рәхәтләнеп көләләр.
Ана, трактор килә, тәүге трактор, Бар халыҡ ҡаршылай килгәндәр, Тимер атта елгән Ғәлийәнгә
Хайран ҡала тәүләп күргәндәр.
Пионерҙар, комсомолдар сафта,
Ҡыҙыл байраҡ элеп тракторға, Әй шатлана халыҡ, бынан ары
Бик көс төшмәҫ инде аттарға.
Көнө-төнө эштә... Әсәһе бит
Килен өмөт итә бик күптән.
Трактор ала барған саҡта егет
Яулыҡ алған, биҙәкләп сиккән.
Яратҡан ҡыҙына бүләк итер,
Яҙғы сәсеү генә бөтһөн дә.
Кәләш алыр, яңы тормош ҡорор,
Һөйгәне аҙ ғына көтһөн дә.
Һәм Ғәлийән бик ҡәнәғәт булып
Иген сәсә, һөрөп ерҙәрен,
Тик аяуһыҙ ҡырҡ беренсе йылы
Яуға әйҙәй башҡорт ирҙәрен.
Комсомол бит, иң беренсе булып
Трактор ни ҙә,танк ни инде уға -
Оҙатыуҙар...Ошо оҙатыуҙар
Булмаһындар ине бөтөнләй,
“Мине көт!”-тип яулығын бәйлй.
Ауыл тотош сыҡҡан, кемдер илай,
Сафа һаман уйнай гармунын.
Ҡыш ҡайтырбыҙ, нимес ҡыштан ҡурҡа,
Илашмағыҙ юҡҡа, һуҙ йырың.
Китеп барҙы. Мөхәббәте ҡалды,
Ҡалды тыуыр улдар, ҡыҙҙары,
Киләсәге бында тороп ҡалды, Йәйе, көҙө, ҡышы, яҙҙары.
Яулыҡ болғап ҡалды һөйгән йәре,
Күҙ йәштәрен һөртөп әсәһе.
“Ҡайтырмын”- тип китте яуға егет.
Ашты, ташты ҡайғы кәсәһе.
Бер туҡтауһыҙ дошман һөжүм итә,
Смоленщина ерен теткеләй.
Танкистарға бары алға барыу,
Сигенеүҙе улар һис белмәй.
Дошман ҡаса, яугирҙәр дәртләнеп
Фронт һыҙығын үтеп ут асты.
Ҡапыл янда ниҙер гөрһөлдәне,
Танк туҡтаны, уға ут ҡапты.
Танк эсен ҡара төтөн баҫты, Бөтә яҡлап ялҡын айманы.
Бигерәк алға китеп өлгөргәндәр,
Хатта атыр снаряд ҡалманы.
Бөтә тәнен зәһәр ут ялмаған,
Люкты асып сығыу хәйерле.
Иптәше лә яна, ҡулдар бешә,
Хәҙер һәр минуты ҡәҙерле.
Май шәмендәй төтәп ике танкист
Көскә сығып етте танктан,
Һүнмәҫ ахры, тәнгә ут ҡапҡан.
Аңын юғалтты ул, хәҙер инде
Бик һиҙелмәй янған сей тире.
Бына әсәһе лә килеп еткән,
Тимәк ул үлмәгән, ул тере.
Мин бит Сафа, һинең туғаның.
Ныҡ алға киттегеҙ пехотанан, Күрҙем инде ниҙәр булғанын.
Күпме танк яна тирә-яҡта,
Ҡотон алдығыҙ бит дошмандың.
Күрәһеңме, улар нисек ҡаса, Әйҙә, беҙ ҙә алға, туғаным!
Сафа Ғәлийәнде күтәрергә,
Ә егеттең тотоп ҡарар ер юҡ,
Тотош көйөп бөткән, ҡан һарҡа...
-Сафа, һинме? Һин дә бындамы ни,
Әсәйгә әйт инде, күрә ҡалһаң,
Тиҙ ҡайтмаҫ, тиң, эше күбәйҙе.
Күҙҙәремде генә йомдор, Сафа,
Тиҙҙән мине ала килерҙәр.
Бәхил бул, һәм ҡайтып һөйләй йөрөмә,
Эшкинмәгән, тиеп көлөрҙәр.
Сафа илай-илай ары китте.
Тере ҡайтыр, һөйләр күргәнен,
Әсәй тағы янда тора икән,
Иламасы, әсәй, һин ҡыуан.
Улың тере, ҡул-аяғы имен,
Тик күҙ алды ғына аҡ томан.
Әсәй, һыйпа әле башҡайымдан,
Улың һинең наҙҙы һағынған.
Күккә ҡара, әсәй, күккә ҡара,
Танкист ойоп китте, тик үлмәне,
Ул үлмәне, ул һаман сафта.
Белде микән, етмеш биш йыл үткәс
Һәйкәл булырмын тип, ул саҡта.
Һин үлемһеҙ, тере, беҙҙең менән,
Һинең батырлығың мәңгелек.
Ғәлийән бабай, сәскә шәлкемдәре
Һиңә генә, һиңә, иң элек!