-Сәләмәт кешегә 0,5-1 килограмм ашарға ярай. Ҡарбуҙ фосфор, цинк, тимер, натрий, калий кальций, кремнийға һәм В6, В5, бета-каротин һәм С витаминына бай. Шулай уҡ унда аминокислота күп. Һау кеше өсөн уның зыяны юҡ, әммә бөйөр етешмәүсәнлеге күҙәтелгәндәргә һаҡ булырға кәрәк. Һыуҙың тейешле кимәлдә организмдан сыҡмауы сәбәпле, ҡан баҫымы күтәрелә, шешендерә. Бынан тыш, ҡарбуҙҙа ябай углевод күп, ул ашҡаҙан аҫты биҙенә кире тәьҫир итә, күпләп үт бүленеүенә сәбәпсе. Быларҙың бөтәһе лә хроник сирҙәрҙе уятырға мөмкин.