Беҙ барыбыҙ ҙа матур тормош хаҡында хыялланабыҙ, таҙалыҡ яратабыҙ, һәр ҡайһыбыҙҙың уңайлы шарттарҙа йәшәгеһе килә. Әммә һаман да үҙебеҙ торған ерҙе тәртиптә тотоуҙы кемдеңдер бурысы тип һанайбыҙ, тормоштоң кире күренештәре өсөн хөкүмәтте, етәкселәрҙе әрләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Беҙҙә һәр ваҡыт кемдер ғәйепле, тик үҙебеҙ түгел. Юл ситендә аунап ятҡан ошо сүп-сарҙы ла беҙ йәшәгән ергә сит кеше килтереп ташлап киткәнме? Етәкселәр уңайлы шарттар булдырмағанмы? Барлыҡ шарттар ҙа бар бында, эш тә еренә еткереп башҡарылған. Бына тигән сүп-сар майҙансығына дүрт контейнер һәм бер бункер урынлаштырылған. Ҡый ғына махсус һауыттарға түгел, ә юл ситенә ырғытып кителгән. Кешеләрҙең ошондай ҡырағайҙарса ҡыланышынан йөрәк әрней.