Яуаплы етәксе, тәжрибәле педагог Айгөл Салауат ҡыҙы Айҙарбәкова ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар яҙмышын көйләү менән шөғөлләнгән опека һәм попечителлек бүлеген етәкләй. “Балалар – беҙҙең киләсәк. Ҡарауһыҙ ҡалғандарҙы ваҡытында асыҡлап, уларҙың яҙмыштарын һындырыуҙан, күңелдәрен яралауҙан ҡурсырға тырышабыҙ. Ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм балалар, йәтимдәр менән бергә эшкә яраҡһыҙ йәки һәләте сикләнгәндәрҙең мәнфәғәтен һәм хоҡуғын яҡлау – беҙҙең бурыс. Мохтаждарҙы урынлаштырыу буйынса саралар күрелә, тәрбиәгә алғандар эшмәкәрлеге буйынса даими күҙәтеү алып барыла”, - тип бүлек эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.