Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 20:43

Стәрлетамаҡта төҙөү ҡарала

"Һаулыҡ" милли проектына ярашлы, яңы медицина объекттары төҙөү дауам итә

Коронавирус "Һаулыҡ" милли проектына ла үҙгәрештәр индерә. Әлбиттә, яңы медицина объекттары төҙөү дауам итә. Башҡортостанда икенсе ҙур инфекция дауаханаһын төҙөргә кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Икенсе йоғошло ауырыуҙар үҙәге сираттан тыш проект була, ул башҡаларҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡытын күсереү иҫәбенә һалына, тип аңлатты республика Башлығы. Уның билдәләүенсә, яңы ковид-госпиталде Стәрлетамаҡта төҙөү зарур. Премьер-министр Андрей Назаров ҡалала ике майҙансыҡ билдәләнеүен, әгәр ҡарар ҡабул ителһә, эштәрҙең башланасағын хәбәр итте.
Өфө инфекция үҙәге бюджетҡа 3,5 миллиард һумға төштө һәм рекордлы – ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төҙөлдө. Стәрлетамаҡтағы яңы дауахананы 15 декабргә файҙаланыуға тапшырырға кәрәк. Төҙөлөш өсөн федераль берлектә финанслауҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре ҡарала.
Читайте нас: