ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 11:10

Донъялар имен булһын

Мин 10 йәшлек бәләкәй генә ҡыҙыҡаймын. Исемем - Мәҙинә. Әммә минең йөрәгем ҙур, күңелем киң! Нимә өсөн тиһегеҙме? Яуап бирәм: матур тәбиғәтле, урман-таулы, сылтырап аҡҡан көмөштәй шишмәләргә бай Башҡортостан тип аталған гүзәл илдә йәшәгәнгә!

Өфөлә күп тапҡыр булғаным бар. Ул - шундай матур, таҙа, йәшеллеккә күмелгән ҡала. Ә уны уратып аҡҡан Ағиҙел йылғаһына кем генә һоҡланмай икән? Күп милләтле халҡы дуҫ йәшәгән ошо республикабыҙҙа минең өсөн тағы ла мөһимерәк ил бар, ул - минең ғаиләм. Матур, күркәм, йылы йортобоҙ, йәшәр өсөн кәрәкле бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Ихатабыҙ янындағы баҡсала йәшелсәләр үҫә, эргәбеҙҙән генә Ағиҙел йылғаһы аға.
Ғаиләбеҙ ҙур беҙҙең: атайым, әсәйем, Ынйы апайым, мин һәм бәләкәй Мәликә һеңлем. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйбеҙ. Өйҙә тик туған телдә генә һөйләшәбеҙ. Башҡорт булыуым менән бик ғорурланам һәм үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем. Бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарымды уртаҡлашҡан яратҡан атай-әсәйем янымда. Һағынып ҡунаҡҡа ҡайтырға олатай-өләсәйҙәрем, серҙәремде бүлешерлек апайҙарым бар. Мин уларҙың барыһын да бик ныҡ яратам.
Тыуған Башҡортостанымда минеке кеүек ишле ғаиләләр күп булыуын, барыһы ла теләп туған телдә аралашыуын, донъялар имен, тыныс тороуын теләйем.
Мәҙинә МАЛИКОВА.
Читайте нас: