Конгэк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 13:26

Район халҡы барлана

Район һәм ҡала буйынса бөтәһе 18629 йорт, 39574 фатир теркәлгән, уларҙа барлығы 82334 кеше йәшәй. Шул иҫәптән ҡалала - 56422, ауыл халҡы - 25912.

Киләһе йылдың 1-нән 30 апреленә тиклем бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ. Төпкөл райондарҙа был эш 1 октябрҙә башланды. Сараның төп бурысы - илдең һәм республикабыҙҙың артабанғы йәшәйеш мөмкинлектәрен билдәләү өсөн рәсми мәғлүмәт туплау.
Уҙған аҙнала район хакимиәтендә мөһим сараға әҙерлек барышы буйынса сираттағы ултырыш уҙҙы. Унда был өлкәгә ҡағылышлы байтаҡ эштәр башҡарылыуы хаҡында хәбәр ителде.
Район һәм ҡала буйынса тупланған мәғлүмәт ентекле тикшерелгән, хаталар төҙәтелгән һәм район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тарафынан раҫланған.
Урындағы торлаҡ һәм социаль объекттар, адрестар дөрөҫлөгө тикшерелгән. Район һәм ҡала буйынса бөтәһе 18629 йорт, 39574 фатир теркәлгән, уларҙа барлығы 82334 кеше йәшәй. Шул иҫәптән ҡалала - 56422, ауыл халҡы - 25912.
Йыйылған мәғлүмәт Росстатт Дәүләт статистикаһының Федераль хеҙмәтенә ебәрелә.
Эште артабан дауам итер өсөн ҡала буйынса бөтәһе 104 иҫәп алыусы, урындағы теркәү участкаларына 17 теркәүсе һәм 17 контролер йәлеп ителергә тейеш. Ауыл халҡы иҫәбен алыу өсөн бөтәһе 46, стационар теркәү участкаларына 8 кеше һәм 8 контролер кәрәк буласаҡ.
Иҫәп алыу участкалары ҡаланың элекке пенсия фондында (31-се биҫтә, 3), индустриаль колледжда (Октябрь урамы, 76 һәм Беренсе май урамы, 8), «Химик» боҙ кортында (32-се биҫтә), 3-сө торлаҡ ремонтлау һәм эксплуатациялау участкаһында (Горький урамы, 21), күп функциялы үҙәктә (Смоленск урамы,108), «Ағиҙел» үҫмерҙәр клубы (Урман комбинаты майҙаны, 5), торлаҡ хужалығы идарасы компанияһында (Ленин урамы, 3), «Батыр» спорт клубында (Колхоз урамы, 7), ауыл халҡын теркәү өсөн бөтәһе 8 участка Әбет, Аптраҡ, Ҡаран, Смаҡ, Троицкое, Корнеевка, Ергән ауылдарында урынлашасаҡ.
Һуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылда үтте. Тиҫтә йыл эсендә район һәм ҡала байтаҡ үҙгәреш кисергән. Улар барыһы ла мотлаҡ картала билдәләнергә тейеш.
Халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим сараны кешеләр аңлап ҡабул итһен ине. Уның барышында алынған мәғлүмәт илдең үҫеш стратегияһын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк.
Читайте нас: