ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 13:16

Төп ҡаҙаныш - башҡарылған эштәр

Туҡһан биш ауылы булған беҙҙең райондың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ төбәге өсөн янып йәшәгән һәм эшләгән яҡташтар ҙур өлөш индерә.

Республикабыҙ үҫеше райондар үҫеше менән ауаздаш. Туҡһан биш ауылы булған беҙҙең райондың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ төбәге өсөн янып йәшәгән һәм эшләгән яҡташтар ҙур өлөш индерә. Улар араһында үҙ өлкәһендә уңыштарға ирешкән етәкселәр, абруйлы врачтар, уҡытыусылар һәм башҡа тармаҡ хеҙмәтсәндәре бар. Тап уңғандарҙың тырышлығы менән район һәм ҡалабыҙ үҫешә, тормош сифаты яҡшыра. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ иткән төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла. Ял итеү, йәмәғәт урындарын, социаль объекттарҙы, балалар учреждениеларын төҙөкләндереү маҡсатында эш алып барыла. Ҡалала «Ғаилә», «Йәшлек» скверҙары, Мәләүез йылғаһы яры, Туғайлы һәм Йәштәр биҫтәләрендә ял итеү өсөн майҙансыҡтар асылды.
«Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы йорт ихаталары тәртипкә килтерелде, машиналар ҡуйыу өсөн айырым урындар барлыҡҡа килде, бордюрҙар алмаштырылды, яңы асфальт ҡатламы һалынды.
«Уңайлы ҡала мөхите»милли проекты сиктәрендә Спорт һарайы янындағы йылға яры танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, яҡын киләсәктә ул халыҡтың яратҡан урынына әйләнер, тип көтөлә.
Федераль программа буйынса барлыҡҡа киләсәк «Ҡайын тракты» проекты Ленин урамынан Үҙәк баҙарға тиклем араны тулыһынса үҙгәртәсәк. Әле ошо маҡсатта Үҙәк майҙанда эш гөрләй. Был күләмле эш башҡарылһа, ҡалабыҙ тағы ла матурыраҡ, күркәмерәк буласаҡ.
Районыбыҙ ил, республика кимәлендә уҙған сараларҙан да ситтә ҡалмай, төрлө акцияларҙа ҡатнаша. «Йәшел Рәсәй» экологияһы сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған өмә барышында «Геройҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде. Ҡаланың "Дан", Юрий Гагарин исемендәге парктарында, Геройҙар аллеяһында, Спорт һарайы биләмәһендә, 32-се биҫтәләге яңы майҙансыҡта 50 төп грек сәтләүеге, 1242 йүкә, шыршы һәм миләш ағастары ултыртылды.
Тырыш кешеләре менән дан тотҡан төйәгебеҙ киләсәктә лә ҙур маҡсаттарға өлгәшер, яңы ниәттәргә башланғыс бирер, изге эштәрен дауам итер.
Читайте нас: