Быйыл Көҙһылыу Башҡортостанда йәшәгәндәрҙе лә йылы көндәре менән һөйөндөрә. Әбейҙәр сыуағы һуҙылыуы тәбиғәткә сығып кинәнеп ял итеү, көҙгө хозурлыҡҡа һоҡланыу, бәшмәк йыйыу мөмкинлеге бирә. Әммә халыҡ "бәрхәт миҙгелен" сит илдә диңгеҙ ярында уҙғарырға ашҡына. Яҡшы, әлбиттә, тик ялдан ҡайтҡас, дауаханаға барырға онотмағыҙ, бәлки "таж" кейеп ҡайтҡанһығыҙҙыр. Роспотребнадзор ҡағиҙәләренә ярашлы, өс көн эсендә коронавирусҡа тикшерелеп, һөҙөмтәһен Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталына һалырға кәрәк. Кире осраҡта ялда йоҡарған кеҫәгеҙҙең бөтөнләй бушап ҡалыуы ихтимал.