Ялҡау сәбәп эҙләгәнсе, йүнсел йүнен таба. Баш агроном булып ең һыҙғанып эшләп йөрөгән Исламғол ауылы егете Илдар Бикҡошев “Нөгөш” колхозы тарҡалыу менән юғалып ҡалмай - һөнәри белемен, тәжрибәһен һәм бөтә тырышлығын күптән хыялланған үҙ эшен асыуға йүнәлтә. Әле бына ул һуңғы ун йыл дауамында еләк үҫтереү менән шөғөлләнә.
Баҡсаһы ҙур түгел уның: барлығы 40 сутый. Шулай булһа ла, быйылғы ҡоролоҡ йылында ла байтаҡ уңыш алыуға өлгәшкән. Тәүге еләк майҙың тәүге ун көнлөгөндә үк һатыуға сығарылһа, һуңғы партияһын ҡулланыусыға яңыраҡ оҙатҡан. Дөйөм алғанда, был миҙгелдә ул Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ баҙарына 5-6 тонна тирәһе татлы емеш сығарған.
Ауыл хужалығындағы был эшмәкәрлеген йүнсел бер генә төп еләктән башлаған тиһәк, күптәр ышанмай торор, моғайын. Мин дә яңылыш ишетмәнемме икән тип, ҡабатлап һораным. Һатып алған был үҫентеһе лә үҫеп китмәй әле уның. Әммә Илдар Таһир улы башлаған эшен ташлай торғандарҙан түгел. Артабан үҫентеләрҙе почта аша яҙҙырып та, һәүәҫкәр баҡсасыларҙан да ала. Тәүҙә 3, һуңынан 5, 10 сутыйға ултырта, шулай яйлап плантацияһын киңәйтеүгә өлгәшә. Төрлө эксперименттар эшләй, башҡа тарафтарҙағы емеш-еләк үҫтереүселәр менән хеҙмәттәшлек итә, махсус әҙәбиәт, фәнни хеҙмәттәр менән таныша. Бөгөн уны 30-ҙан ашыу сорттан уңыш алыу буйынса тәжрибә туплаған белгес тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Беҙҙең күбебеҙгә баҡса еләге ул - “клубника” ғына. Ә Илдар Бикҡошев өсөн – тотош донъя. Үҫентеләр, уларҙың төрө, тәме тураһында әллә күпме белем туплаған.
- Уның файҙаһы, ниндәй минералдарға, витаминдарға бай икәнлеген белмәй тороп, нисек һатып алыусыға сығараһың? - ти ул.
Еләк сәйенең ашҡаҙан, бөйөр ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы дауа булыуын, ә уның ҡайнатмаһы ҡышҡы сатлама һыуыҡта йәй йәмен, йылыһын биреүен һүҙ араһында ғына әйтеп үтә.
- Интернетта еләк үҫтереү нескәлектәре хаҡында мәғлүмәт бик күп. Әммә барыһы ла беҙҙең климатҡа тура килмәй. Тәүҙә мин бер тапҡыр биргәндәрен генә ултыртҡайным, тәжрибә туплау барышында “Королева Елизавета”, “Альбион”, “Тельма” кеүек көҙгә тиклем емеш биргән сорттарҙы үрсетә башланым, - ти баҡсасы.
Уның майҙанында бөгөн бер тапҡыр, йәй буйы һәм көҙгө һалҡындарға тиклем емеш биргәндәре, тиҙ бешә, оҙағыраҡ һаҡлана торғандары бар. Иң популяр төрҙәрҙең береһе “Азия” - ҡаҡҡа яҡшы. Агроном айырыуса “Клери”, “Мармолада”, “Ароза”, “Королева Елизавета 2” һәм “Джолли” кеүек беҙҙең төбәккә яраҡлаштырылған, һалҡынға бик бирешмәгән сорттарға өҫтөнлөк бирә.
Ун йыл дауамында төрлөсә ултыртып, һыу һибеп үҫтереп ҡарай. Һуңғы йылдарҙа ул итальяндар технологияһын үҙләштергән. Үҫентеләр япма һыҙатына ултыртылған һәм уларҙың төбөнә һыу һибеү ҡорамалы тоташтырылған. Улар тамсылап ҡына һәр ҡыуаҡты етерлек кимәлдә дым менән тәьмин итә. Һөҙөмтәлә емештәре таҙа һәм тығыҙ булып үҫә. Йүнсел ашлау, эшкәртеү кеүек эштәрҙе үҙе башҡарһа, түтәлдәрҙе утауға, еләк йыйыуға йүнсел башлыса туғандарын йәлеп итә.
Илдар Бикҡошев бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй. Ғөмүмән, яҡташтары, ауылдаштары уның башҡаларға өлгө итеп күрһәтерлек бик күп эш башҡарыуын билдәләй. Ауыл хужалығы өлкәһендә грант алып, еләк үҫтереү эшен йәйелдерергә уйлай. Киләсәктә баҡса майҙанын ҙурайтып, дөрөҫөрәге ер алып, емеш-еләк питомнигы ойоштороу хаҡында ла уйы юҡ түгел. Ниәте барып сыҡһа, ауылда эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк. Был иһә исламғолдар өсөн бөгөн айырыуса көнүҙәк.