Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 13:20

Беҙҙе юлдар, юлдар саҡыра...

Тап юлдар кешеләрҙе бер-береһенә илтә, зарығып көткәндәрҙе осраштыра, ҡауышмай ҡалғандарҙы ҡауыштыра...

Эҫе, һыуыҡ тип тормай, ҡар-буран, ел-ямғырға ҡарамай юл төҙөкләндереп, асфальт һалып йөрөгән тырыш кешеләргә мин ҙур хөрмәт һәм һоҡланыу менән ҡарайым. Уларҙың ауыр хеҙмәтен аңлап ҡабул итәм.
«Башкиравтодор» йәмғиәтенең районды хеҙмәтләндергән бүлексәһендә эшләгән юл төҙөүсе Ғәфүр Хәмиҙуллинды ла ҡыҙыу эш өҫтөндә тап иттек. Беҙ барғанда ул етәкләгән бригада Нордовка ауылында асфальт түшәй ине.
Ғәфүр Ғирфан улы ойошмаға 2003 йылда урынлаша. Уға тиклем колхозда, ҡаланың урман комбинатында, һыра етештереү заводында эшләп өлгөрә. Үҙе хаҡында әллә ни һөйләп бармаһа ла, эшен яратып, бар күңелен һалып башҡарғаны күренеп тора. «Икенсе ергә күсеү уйы булғаны ла юҡ»,- ти ул 17 йыл ғүмерен бағышлаған эше хаҡында әңгәмәләшкәндә. Юлсылар эше иң ауырҙан һанала. Йыл әйләнәһенә, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, асфальт түшәү, ер ҡарҙан әрселә башлау менән соҡор-саҡыр ямау, юлһыҙ ерҙә юл һалыу, ҡышын иһә ҡарҙан күперҙәр, туҡталыштар, торбалар таҙартыу... Былар барыһы ла тырышлыҡ һәм сабырлыҡ талап итә. Ауыр ҙа, изге лә эш ул - юл һалыу.
Беҙ йөрөгән нисәмә саҡрымдар тап Ғәфүр Ғирфан улы кеүек үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарағандарҙың тырышлығы менән һалынған. Тап юлдар кешеләрҙе бер-береһенә илтә, зарығып көткәндәрҙе осраштыра, ҡауышмай ҡалғандарҙы ҡауыштыра...
Читайте нас: