Һуңғы йылдарҙа Мәләүез ерендә ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә, милли проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашырыу ҡала һәм ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртте, йәшәү шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итте. Әммә башҡараһы эштәр тағы ла күберәк, башланғандары ла етерлек. Киләсәктә был яуаплы бурыстар кемгә йөкмәтелер, кем районды етәкләр, яңы үрҙәргә әйҙәр? Бишенсе саҡырылыш район Советы депутаттары сираттағы ултырышта ошо мәсьәләне хәл итте.
Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланғас, район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителгәйне. Бөгөн халыҡ исеменән сығыш яһаған депутаттарға өс кандидаттан иң лайыҡлыһын һайлау бурысы ҡуйылды. Конкурс комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте рәйесе урынбаҫары Ринат Бәширов комиссия тәҡдиме менән таныштырҙы. Депутаттар бер тауыштан ул кандидатураны раҫланы һәм контракт нигеҙендә район хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Наил улы Шәмсетдинов тәғәйенләнде.