Ял-мәҙәни үҙәге методисы Гөлгөнә Саҡаева билдәләүенсә, һәр клуб һәм мәҙәниәт йорто был әкиәтте үҙенсә яҡтыртты. Мәҫәлән, Ужа ауыл клубы бармаҡ ҡурсаҡтары театры күрһәтте. Аппликацияларҙы балалар үҙҙәре әҙерләгән. Варварино клубы сағыу костюмдары менән иҫтә ҡалһа, Шевченко үҙешмәкәрҙәре декорациялары буйынса айырылды. Трясинола ролдәрҙе өлкәндәр башҡарҙы. Клуб хеҙмәткәрҙәре тамаша сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн барыһын да эшләгән. Ҡыҙрайҙа балалар әүҙем ҡатнашты, артистар күп булды. Ҡотоштар иһә әкиәттең видеоверсияһын әҙерләгән, тамашасы уны онлайн ҡарай ала.
Әкиәт изгелеккә, миһырбанлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа өйрәтә. Тамаша аҙағынан ойошторолған сәй артында балалар һәм үҫмерҙәр менән ошо темаға әңгәмә үткәрелде.