Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 11:39

Юлдарҙа хәүеф арта

ЮХХДИ водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирә.

Көҙ беҙҙе йылы һәм ҡоро һауа торошо менән байтаҡ һөйөндөрҙө. Әйтерһең дә, ҡаҙылып ташланған юлдарҙы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең тамамланмаған эштәрен күреп, мәрхәмәтлек күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта киләһе йыл уңышы өсөн, һыуыҡтар төшкәнсе, ер һыуға туйынып ҡалырға ла тейеш. Башҡортостанда температура түбәнәйеп, ҡар күҙе лә күренде. Көҙгө бысраҡтан һуң, оҙон ҡара төндәрҙе яҡтыртҡан аҡлыҡты олоһо ла, кесеһе лә тулҡынланыу менән көтөп ала. Икенсе яҡтан, айырыуса водителдәр өсөн мәшәҡәт тә, хәүеф тә арта.

Гидрометеорология хәбәр итеүенсә, республикала һауа шарттары боҙола. Еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Быға бәйле ЮХХДИ водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирә. Бынан тыш, водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырыу мотлаҡ. "Хәүефһеҙ юлдар" милли проекты буйынса ниндәй генә шарттар тыуҙырылһа ла, фажиғәгә юл ҡуймауҙа руль артында ултырған кеше һәм транспорт торошоноң роле ҙур. «Водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирәм. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!», - тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов.

Читайте нас: