Көҙ беҙҙе йылы һәм ҡоро һауа торошо менән байтаҡ һөйөндөрҙө. Әйтерһең дә, ҡаҙылып ташланған юлдарҙы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең тамамланмаған эштәрен күреп, мәрхәмәтлек күрһәтте. Башҡортостанда температура түбәнәйеп, ҡар күҙе лә күренде. Водителдәргә мәшәҡәт тә, хәүеф тә артты.
Башҡортостан метеостанцияһы һауа шарттарының боҙолоуы тураһында хәбәр итә. Республика буйынса еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Бынан тыш, водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырыу мотлаҡ. Быға бәйле ЮХХДИ водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирә.