Бынан тыш бурыстарҙы ла ваҡытында түләү мотлаҡ. Түләнмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ
рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре
сайтында алырға була. Дәүләт автоинспекцияһы билдәләүенсә, «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды, уның төп маҡсаты – штраф түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөтә водителдәрҙе бурысы булыу-булмауға тикшерә.