Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙ “КӨНГӘК” гәзитенә яҙылдығыҙмы әле?
3-нән 13 декабргә тиклем генә “Рәсәй почтаһы” 2021 йылға матбуғатҡа яҙылыу 10 көнлөгө уҙғара. Был осорҙа күпкә арзан хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
“Көнгәк” гәзитенә яҙылыу хаҡтары
6 айға - 1069,38 һум урынына 940 һум 08 тин.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтарына:
6 айға – 980,34 һум урынына 864 һум 42 тин.
Гәзиткә үҙегеҙ теләгән урында яҙылырға мөмкин: редакцияла (Воровский урамы, 6), почтамттың бөтә бүлексәһендә, хат, пенсия ташыған почтальондарҙа, предприятие һәм ойошмаларҙың йәмәғәт таратыусыларында.
Шулай уҡ бөгөн коронавирусҡа бәйле өйҙән бер генә шылтыратыу менән “Көнгәк” гәзитенә яҙыла алаһығыҙ. Бының өсөн 8 (34764) 3-52-07, 8-9373541494 телефондарына шылтыратыу етә, ватсапта квитанция ебәреләсәк, ҡағыҙ вариантын алдан белешеп, үҙегеҙ теләгән ваҡытта килеп алырға мөмкин.
Йылдағыса гәзит менән бәйләнеште дауам иткән дуҫтарыбыҙға Яңы йыл бүләктәре әҙерләнек. Акцияла ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәреүегеҙ һорала.