Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 17:59

Вирус йәште һорамай

Илдә вакцинация башланды, бәлки, вирус тажын һалырға мәжбүр булыр.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкән граждандар өсөн үҙҡурсыу тәртибе ғәмәлдә ҡала әле. Яңы коронавирус инфекцияһы тарала башлағанда уның оло йәштәр өсөн ҡурҡыныс булыуына баҫым яһалды. Йәштәр, ауырлы әсәләр, балалар бирешмәйҙәр, еңел генә үткәрәләр тигән фекер ныҡлы урын алды. Әммә факттар хәүефкә һала: ауырыған әсәнән инфекция менән сабый тыуған, 8 йәшлек баланы ҡотҡара алмағандар, 25-40 йәштәгеләр ҙә үлә… Эйе, уларҙың ниндәйҙер өҫтәлмә сире булыуы ихтимал, әммә нисәмә йыл хәл ителмәгән экология, ашаған ризыҡ проблемалары дауам иткәндә йәш быуын сәләмәт тип раҫлай алабыҙмы? Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 1 декабргә сирлеләрҙең 48 проценты - 26-50, 22 проценты - 50-60 йәшлек пациенттар.
3 декабргә йоҡторғандарҙың һаны 14 548-гә етте. Был хаҡта COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы белдерҙе. Пандемия башланғандан алып 12140 пациент яңы ауырыуҙы еңгән, ә 84-е яҡты донъя менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Өмөтһөҙ – бер шайтан, ти, ә беҙ иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарайыҡ. Илдә вакцинация башланды, бәлки, вирус тажын һалырға мәжбүр булыр. Шуға күрә һаҡлыҡ сараларын инҡар итмәй, яҡын киләсәктә был яуызды ла еңеп сығыуыбыҙға өмөтләнеп, һәр атҡан таңыбыҙға ҡыуанып йәшәйек.
Читайте нас: