Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 01:15

Башҡорт теле йылы

Мәләүез ҡалаһында шундай мәктәп бар: унда балалар илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. Ул – Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән 9-сы башҡорт гимназияһы. Ҡала белем биреү учреждениелары араһында иң йәше ул 1997 йылдың 28 февралендә асыла. Тәүге көндәрҙән үк матур традициялары барлыҡҡа килгән белем усағы башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү, Тыуған илен, туған телен яратҡан илһөйәр-телһөйәрҙәрҙе тәрбиәләү маҡсатын бойомға ашырып, Рәсәй, республика мәғариф ойошмалары араһында үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, номинацияларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, ныҡлы аҙымдар менән алға барыуын дауам итә. 2007 йылда гимназия эргәһендә 120 уҡыусы өсөн интернат асылды. Был учреждение райондың һәләтле балаларын мәктәпкә йәлеп итеү өсөн тағы бер аҙым булды. Белем биреү ойошмаһының өлгәшелгән уңыштары бихисап, билдәләгән маҡсаттары ла етди. Гимназия директоры Ләлә Рафиҡова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

Мәләүез ҡалаһында шундай мәктәп бар: унда балалар илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. Ул – Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән 9-сы башҡорт гимназияһы. Ҡала белем биреү учреждениелары араһында иң йәше ул 1997 йылдың 28 февралендә асыла. Тәүге көндәрҙән үк матур традициялары барлыҡҡа килгән белем усағы башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү, Тыуған илен, туған телен яратҡан илһөйәр-телһөйәрҙәрҙе тәрбиәләү маҡсатын бойомға ашырып, Рәсәй, республика мәғариф ойошмалары араһында үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, номинацияларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, ныҡлы аҙымдар менән алға барыуын дауам итә. 2007 йылда гимназия эргәһендә 120 уҡыусы өсөн интернат асылды. Был учреждение райондың һәләтле балаларын мәктәпкә йәлеп итеү өсөн тағы бер аҙым булды. Белем биреү ойошмаһының өлгәшелгән уңыштары бихисап, билдәләгән маҡсаттары ла етди. Гимназия директоры Ләлә Рафиҡова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
- Ләлә Хәниф ҡыҙы, республика, Өфө белем усаҡтарынан ҡалышмайһығыҙ һәм төрлө уңыштар яулап тораһығыҙ. Гранттар алыу, иң яҡшылар иҫәбенә инеү тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
- Һәр уңыш һәм еңеү артында, һис шикһеҙ, педагогия коллективының, ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың берҙәм тырышлығы, тығыҙ хеҙмәттәшлеге һәм тынғыһыҙ хеҙмәте ята. Ошо “өс таған”дың береһе генә ситкә янтайһа ла, юғары күрһәткескә өлгәшеп булмаясаҡ. Әгәр ҙә ошо берҙәмлек, бер-береңде аңлап, ярҙам итеп эшләмәйһең икән, бер ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай. Бер ғаилә булып, бер маҡсат менән янып эшләгәндә генә уңышҡа ирешеү мөмкин. Был – беренсенән.
Икенсенән, педагогия коллективының белемле, тәжрибәле һәм эшкә һәләтле булыуы шарт. Был йәһәттән, гимназияла үҙ эшен яратҡан, фәненең бөтә нескәлеген белгән уҡытыусылар тупланған, тип әйтер инем. Тап улар һәләтле балаларҙы асыҡлай, уларҙы артабан үҫтереү өҫтөндә эшләй, уҡыусыларында фәнни-тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй.
Өсөнсөнән, матди-техник базаны нығытыу, юғары һөнәри кадрҙар, иң яҡшы тәжрибә һәм яңы технологиялар ҡулланыу юғары һөҙөмтәләргә эшләргә булышлыҡ итә.
- Гимназияла уҡыусылар ниндәй йүнәлештәр буйынса белем ала? Бөгөн һәм киләсәктә тағы ниндәй йүнәлештәр актуаль буласаҡ, ошоға ярашлы һеҙҙә үҙгәрештәр көтөләме? Уҡыусыларығыҙ ниндәй вуздарҙы һайлай?
- Мәғариф системаһы алдына йылдан-йыл яңы бурыстар ҡуйыла һәм улар дөйөм көс менән уңышлы ғәмәлгә ашырыла бара. Гимназиябыҙ заман менән бергә атлай: инновацион технологиялар уңышлы ҡулланыла. Яңыса белем биреү, тәү сиратта, фән-техника үҫеше, мәғлүмәт-компьютер технологияларының, шулай уҡ илдең фәнни-техник көсө үҫеше менән бәйле. Шуға күрә беҙ йәш быуындың үҙенең күңеленә ятҡан да, шулай уҡ йәмғиәткә кәрәкле һәләтте лә үҫтереүгә ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ. Һәр дәүерҙә заман талаптарына яуап бирә торған һөнәри белемле, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү - иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып торҙо. Шуға күрә беҙ бер нисә йүнәлеш буйынса белем бирергә тырышабыҙ. Бөгөн мәктәптә балалар физика-математика, химия-биология, социаль- иҡтисади йүнәлеш буйынса белем ала. Һәр профилле йүнәлеште үҙ эшенең һөнәрмәндәре етәкләй. Педагогтар уҡыусыларҙы төрлө кимәлдәге конкурстарға, фәнни-ғәмәли тикшеренеү эштәренә йәлеп итәләр, уңыштар яулайҙар. Башҡорт телен төплө өйрәнеү йүнәлеше иһә гимназиябыҙҙың төп профиле тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Мәктәптә ойошторолған бөтә саралар ҙа башҡортса үтә. Был тәңгәлдә маҡсаттарҙы тормошҡа ашырғанда уҡыусыларҙың тел өйрәнеүгә мөнәсәбәте үҙҙәренең ата-әсәһенә, йәшәгән мөхитенә лә бәйле булыуы билдәләнде. Башҡорт филологияһын, журналистикаһын, шулай уҡ башҡорт һүҙ сәнғәте, мәҙәниәтен үҙ эсенә алған уҡыу йорттарын һайлаған уҡыусыларыбыҙ күп. Үткән уҡыу йылында ғына бер нисә уҡыусыбыҙ башҡорт филологияһына уҡырға инде. Техник, медицина һәм хәрби вуздарға ингән гимназистарыбыҙ ҙа байтаҡ.
- Мәғариф өлкәһендә яңылыҡтар, үҙгәрештәр йыш булып тора. Был бөгөнгө белем усағының етәксеһенә проблемалар ҙа өҫтәйҙер, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер шәхси сифаттарына ла талаптар ҡуя. Һеҙгә ниндәй талаптарға яуап бирергә, ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә?
- Бөгөнгө белем биреү системаһындағы бөтә яңылыҡ иң беренсе мәктәп директоры аша үтә. Быйылғы йыл айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура килде. Гимназияны ремонтлау, балаларҙы туҡландырыу, ашхана эшмәкәрлеге, интернат - бөтә хужалыҡ эштәре, документ әйләнеше менән эш итеүгә, уҡыу-уҡытыуҙы тейешенсә ойоштороу, бөтә нәмәне контролдә тотоуға пандемия осоронда уҡытыусылар, уҡыусылар ауырымаһын өсөн бөтә шарттарҙы булдырыу бурысы өҫтәлде. Тиҙ үҙгәреүсән заманда яңылыҡтар менән танышып өлгөрөргә, йәғни мәғлүмәтле булыу кәрәк. Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Бөгөнгө шарттарҙа иһә мәктәп директоры бер сәғәткә өлгөрмәһә, уға ун көн йүгерергә, күп уҡырға, белергә тура килә. Мәскәү ойошторған ойошма етәксеһе вазифаһына Мәләүез ҡала мәктәптәре араһынан бер үҙем апробация үттем. Башҡортостандың яңы гражданын үҫтереүсе мәктәп етәкселәре инициативалы, әүҙем, йүнсел, етеҙ һәм алға ҡарап эшләй белергә, йәмғиәткә файҙа килтерә алырға тейеш, тип уйлайым.
- Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы быйылғы йылды "Башҡорт теле йылы" тип иғлан иткәйне. Йыл аҙағы һәм һөҙөмтәләр яһар мәл дә етеп килә, һеҙ был өлкәлә ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырып өлгөрҙөгөҙ?
- Быйыл республика халҡы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырыр йыл булды. Яҡшы ваҡиғалары ла, күңелһеҙҙәре лә күп осраны. Коронавирус инфекцияһы хәүефе таралыу сәбәпле яңы режимға, дистанцияла уҡырға, уҡытырға өйрәнергә тура килде. Шулар араһында республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы иғлан ителеү ҡыуаныслы күренештәрҙең береһе булды, тип иҫәпләйем. Уның сиктәрендә төрлө саралар ойошторолдо. Һәм әйтергә кәрәк, пандемияға бәйле онлайн режимда үтһә лә, улар әүҙем һәм ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Был иһә телебеҙгә төрлө кимәлдә иғтибар артыуын да күрһәтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының форумында ҡатнашырға тура килде һәм, форсаттан файҙаланып, уның әһәмиәтен юғары билдәләп үткем килә.
Туған телдәр уҡытыусылары, тел активистары, туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса проекттар авторҙары, журналистар һәм блогерҙар, халыҡ ижады оҫталары, этноэшҡыуарлыҡ ойоштороусылар, ижади коллективтар етәкселәре һәм ағзалары өсөн булдырылған Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше һәм берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн «Милләт ғорурлығы» премияһына конкурста ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. “Урал батыр мәктәбе” эксперименталь майҙансыҡта ҡатнашыу ҙа йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм граждандар-илһөйәрлек тәрбиә биреү тәжрибәһен бирҙе. “Иле юҡтың ғына теле юҡ!” хикәйәләр, “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ” иншалар конкурстарында ла үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан иҫбатланыҡ. Бынан тыш, Башҡорт милли кейеме көнөнә арналған саралар ойошҡанлыҡ менән үтте.
- Дистанцияла уҡытыу асыҡ күрһәтте: уҡытыусы бөгөн дәреслек буйынса ғына белем бирә алмай. Ә шулай ҙа электрон сығанаҡтарға ғына таянып эшләп буламы?
- Үрҙә әйтеп китеүемсә, пандемия беҙҙең тормоштоң бөтә өлкәһенә лә яңылыҡтар индерҙе. Шул сәбәпле белем биреү системаһында ла киҫкен боролош яһалды. Мәғлүм булыуынса, был ҡырҡа үҙгәреш дистанцияла уҡытыу, тип аталды. Киҫкен үҙгәреш тиһәм дә, уны уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн тулыһынса яңы нәмә булды тип әйтеп булмай, әлбиттә. Ситтән тороп уҡытыу, белем алыу, курс үтеү кеүек нәмәләр тормошобоҙға күптән үтеп инде бит инде. Быға тиклем дә елем биреү процесына мәғлүмәт технологиялары бик әүҙем индерелде, һәр мәктәп Интернет селтәренә тоташтырылды, яңы альтернатив дәреслектәр, үҫтереүсе, өйрәтеүсе программалар, мөмкинлектәрҙең электрон варианттары ҡулланылды. Электрон дәреслектәр, көндәлектәр ҙә яңылыҡ түгел ине. Интернет, компьютер менән артыҡ ныҡ “дуҫ булмағандар”ға ла уның ныҡлы дуҫлашырға тура килде. Йәшерене юҡ, тәүге мәлдә ауырғараҡ тура килде. Әммә һуңынан педагогтар ҙа, балалар ҙа өйрәнде. Электрон сығанаҡтар, яңы мөмкинлектәр барыһы ла файҙаланылды.
Читайте нас: