Мең төрлө сырхауҙарға дауа тапҡан, үлем менән көрәшкәндәрҙә өмөт уята алған, күпме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен “аҡ халатлы фәрештәләр” тибеҙ. Тик был аҡлыҡ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүҙәр, борсолоу, йоҡоһоҙ төндәр... Ысынлап та, мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, йылы һүҙле врачтарҙы күрәбеҙ ҙә, “Бына был ысын табип!” - тибеҙ. Венера Ҡурманова нәҡ шундайҙар иҫәбендә. Мөләйем, алсаҡ, үҙ эшенең оҫтаһы һәр береһенә иғтибарын йәлләмәй.
Ул Ейәнсура районы Ҡужанаҡ ауылында Айһылыу һәм Фәтих Әшировтар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуған. Бәләкәйҙән врач булыу хыялы менән йәшәй. Урта мәктәпте тамамлағас, күңел талабы буйынса Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһына медицина училищеһына медсестра һөнәре буйынса уҡырға инә. Хеҙмәт юлын шул яҡтағы бер бәләкәй ауылда башлай ул. Ауылда медсестра халыҡтың ғаилә докторы ла бит ул, сөнки бөтә пациентарын тыуғандан алып ҡарай. Тормош елдәре Мәләүез районына алып килә уны. Белемен арттырыу маҡсаты менән Өфө медицина колледжында фельдшер-акушер һөнәрен үҙләштерә.
Бөгөн Венера Фәтих ҡыҙы Тамъян һәм Ташлыкул ауылдары халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға бөтә һәләтен, оҫталығын, белемен бирә. Ике ауылдың меңгә яҡын кешеһен хеҙмәтләндерә. Ауырыуҙар менән уртаҡ тел табыу, уларҙы аңлап, тәндәренә сихәт кенә бирмәй, йәндәренә лә шифа бирә Венера Ҡурманова. Уға иғтибарлы тыңлаусы ла булырға тура килә, сөнки бында килгән кешеләр шатлыҡтары һәм борсоған һорауҙары менән дә уртаҡлаша. Ауылға килеп эшләгән өсөн “Земский фельдшер” милли проекты буйынса аҡсалата ярҙам биргәндәр уға. “Ауылдарҙа яңы йорттар бәшмәк кеүек ҡалҡып сыға. Халыҡ бында тырышып, сәмләнеп донъя көтә. Ҡаланан йөрөп эшләһәм дә, бер ауырлығын тоймайым, бик тә ҡәнәғәтмен, 30 йыл ғүмерем ошо өлкәлә һиҙелмәй ҙә уҙған. Минең өсөн иң мөһиме - ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда алдан киҫәтеү. Бының өсөн ваҡытында диспансеризация үтеү мотлаҡ”, - ти Венера Фәтих ҡыҙы.
Изге күңелле ханымдың тормош биҙәге, йәшәү мәғәнәһе өс ҡыҙы бар. Олоһо Нурсилә - юғары белемле инженер, тормошҡа сығып Мәскәүҙә донъя көтә. Әсәһе юлын һайлаған Гөлнара медицина университетының 4-се курс студенты, янында ярҙамсыһы бәләкәс ҡыҙы Юлиә - К.Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы. Әсәһенең эштән ҡайтҡанын көтөп ала ул. Тыуған ауылы йыраҡ тип тормай, һәр ял һайын олоғайған атай-әсәһенең хәлен белергә юллана улар.
Шулай, һәр кеше - үҙе бер донъя. Тәбиғәте менән барыһынан да ҡәнәғәт була белгән Венера Ҡурманова ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Уға башҡаларға үҙе бүләк иткән сәләмәтлек, еңел булмаған эшендә уңыштар юлдаш булһын.