17 декабрҙә Владимир Путин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Сараның онлайн тәртиптә үтеүе көтөлә. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыу өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург, Тула, Дондағы Ростов, Ставрополь, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Владивосток ҡалаларында майҙансыҡтар ойоштороласаҡ. Ил Башлығы Ново-Огарёвола була, журналистар Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә йыйыла.