Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 15:35

Мөғжизәгә тиң осрашыу

2005 йылды оҙатып, 2006 йылды ҡаршыларға йыйынабыҙ. Ул ваҡытта Һәйет ауылында йәшәй инек. Мәктәптә уҡытып йөрөйөм, балаларға күстәнәс, бүләк хәстәрләп, Мәләүезгә килдем. Бер туған Гөлкәй апайыма инһәм, әнейем дә, Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы, Смаҡтан килгән икән. Күрешеп, ҡыуанышып сәй эскәс, магазиндарға юлландыҡ. Буранғолов урамы буйлап китеп барғанда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы осраттыҡ. Ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Улар беҙҙе ҡотлап, бергә фотоға төштө. Бәлки гәзиттән күреп, үҙҙәрен танырҙыр, был ваҡиғаны иҫтәренә төшөрөрҙәр. Көпә-көндөҙ ҡала буйлап санала елдергән әкиәт персонаждарын тәүгә күреүем ине.

2005 йылды оҙатып, 2006 йылды ҡаршыларға йыйынабыҙ. Ул ваҡытта Һәйет ауылында йәшәй инек. Мәктәптә уҡытып йөрөйөм, балаларға күстәнәс, бүләк хәстәрләп, Мәләүезгә килдем. Бер туған Гөлкәй апайыма инһәм, әнейем дә, Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы, Смаҡтан килгән икән. Күрешеп, ҡыуанышып сәй эскәс, магазиндарға юлландыҡ. Буранғолов урамы буйлап китеп барғанда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы осраттыҡ. Ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Улар беҙҙе ҡотлап, бергә фотоға төштө. Бәлки гәзиттән күреп, үҙҙәрен танырҙыр, был ваҡиғаны иҫтәренә төшөрөрҙәр. Көпә-көндөҙ ҡала буйлап санала елдергән әкиәт персонаждарын тәүгә күреүем ине. Үҙенә күрә бер мөғжизә булды был хәл. Кәйеф күтәрелде, юлым да уңды.
Гәзит уҡыусыларҙың барыһын да яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым. Яңы йылыбыҙ шатлыҡлы мәлдәр, мөғжизәләр килтерһен, имен, тыныс тормошта йәшәйек.
Гөлнара ТАТЛЫБАЕВА.
Читайте нас: