Роспотребнадзор коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында Яңы йылды һәм каникулды хәүефһеҙ уҙғарыу тураһында иҫкә төшөрә. Был осорҙа айырыуса үҙ сәләмәтлегеңә һәм башҡаларҙыҡына иғтибар бүлеү мөһим.
COVID-19, грипп һәм киҫкен-респиратор вирус инфекцияһы һауа-тамсы юлы менән күсә. Роспотребнадзор Яңы йыл байрамын йортта, ғаилә менән, бәлки дачала, саф һауала ҡаршылауҙы тәҡдим итә. Пандемия ваҡытында ябай ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү үҙеңде, яҡындарыңды, туғандарыңды һәм дуҫтарыңды вирус йоҡтороу хәүефенән һаҡлар.
Ябыҡ биналарҙа үткән төрлө сараларҙа, шулай уҡ корпоративтарға барыуҙан тыйылығыҙ.
1,5-2 метрҙан да яҡын булмаған дистанцияны һаҡлағыҙ.
Асыҡ һауала күп кеше йыйылған ерҙә лә хәүефле.
Байрам алдынан, унан һуңғы көндәрҙә аралашыуҙы ҡырҡа кәметегеҙ.
Күп тапҡыр ҡунаҡҡа барыу, үҙегеҙгә туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырыу инфекция йоҡтороу хәүефен арттыра.
Сауҙа үҙәктәрендә, таныштарығыҙға барғанда битлек кейергә онотмағыҙ.
Сит илгә сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, сәфәрҙе планлаштырғанда эпидемиялогия торошо үҙгәрешен, карантин сараларын күҙҙән ысҡындырмағыҙ.
Татьяна ПАХОМОВА, территориаль бүлек начальнигы.